09:12 (UTC+5), 04 Июля 2017

Республиканан йөҙөүсе Полина Егорова Европа беренселегендә ете миҙал яуланы һәм ике тапҡыр рекорд ҡуйҙы

Рәсәй Йөҙөү федерацияһының рәсми сайты
Рәсәй Йөҙөү федерацияһының рәсми сайты
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2017 йыл, 4 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостандың Салауат ҡалаһынан Полина Егорова Израилдең Нетания ҡалаһында уҙған 50 метрлыҡ «Милли олимпия бассейны»нда йөҙөү буйынса Европа беренселегендә ете миҙал яуланы һәм ике тапҡыр рекорд ҡуйҙы. Рәсәй йыйылмаһында 28 спортсы (14-17 йәштәге ҡыҙҙар һәм 15-18 йәштәге егеттәр) ҡатнашты.
Европа спорт форумы йомғаҡтары буйынса спортсыбыҙҙың иҫәбендә өс алтын һәм дүрт көмөш миҙал.
Полина Егорова 200 метр дистанцияла арҡала йөҙөү буйынса еңде һәм ярыш рекордын ҡуйҙы. Республика спортсыһы өсөн 4 х 100 метр ҡатнаш эстафатела һәм арҡала 100 метр дистанцияға старттар еңеү менән тамамланды.
Ул баттерфляй менән 50 метр, арҡала 50 метр, баттерфляй менән 100 метр һәм 4 х100 метр ҡатнаш эстафетала көмөш наградалар яуланы.
Арҡала 100 метр дистанцияла алданғы йөҙөүҙә Полина ярыш рекордын ҡуйҙы — 01:00,24.
Полинаның тренеры –Хәниф Шафиҡов.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика