05:40 (UTC+5), 03 Июля 2017

«Өфө»нө данлап йырлаусы Мария Пенсабене Рәсәй дуҫтарының тауышында мохтаж

Дмитрий Слезин
ӨФӨ, 2017 йыл, 3 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Италия йырсыһы Мария Луиса Пенсабене «Халыҡ йырлай – халыҡ тауыш бирә» Рәсәй вокал конкурсында ҡатнаша. Марилу «Өфө» футбол клубының инглиз телендәге гимны авторы һәм башҡарыусыһы. Ул Башҡортостандың футбол флагманы тормошо менән ысын күңелдән ҡыҙыҡһына.
«Рәсәй минең музыкамды тыңлар һәм уны илегеҙҙә йырлау мөмкинлеге булыр тип ныҡ ышанам. Рәсәйҙе бала сағымдан алып яратам һәм музыкағыҙҙы, сәнғәтегеҙҙе үҙ итәм», — тип фекерен белдерҙе Мария Луиса һуңғы интервьюларҙың береһендә.
Рәсәй халыҡ конкурсында итальян ҡыҙы конкурсҡа легендар АВВА төркөмөнөң «Еңеүсе бөтәһен дә ала» билдәле йырҙарының береһен тәҡдим итеп, рус телле башҡарыусыларға ҡаршы сыға.
Марилу Пенсабене өсөн конкурс сайтында тауыш бирергә мөмкин, шул уҡ ваҡытта уның исеменә комментарий ҡалдырырға кәрәк, унһыҙ тауыш иҫәпләнмәйәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика