15:32 (UTC+5), 28 Июня 2017

«Ебәк юлы-2017»: «КАМАЗ-мастер» командаһы составын иғлан итте

Дмитрий Слезин
Дмитрий Слезин
ӨФӨ, 2017 йыл, 28 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. «Ебәк юлы» раллийында биш тапҡыр еңеүсе «КАМАЗ-мастер» командаһы Рәсәй, Ҡаҙағстан һәм Ҡытай биләмәһе буйлап трансконтиненталь уҙышта ҡатнашҡан экипаждарҙың составын иғлан итте. Бына улар:
Эдуард Николаев — пилот, Евгений Яковлев — штурман, Владимир Рыбаков — механик.
Айрат Мардеев — пилот, Айҙар Беляев — штурман, Дмитрий Свистунов — механик.
Дмитрий Сотников — пилот, Руслан Әхмәҙиев — штурман, Илнур Мостафин — механик.
Антон Шибалов — пилот, Андрей Мокеев — штурман, Дмитрий Никитин — механик.
«Ебәк юлы-2017» раллийы 7 июлдә Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙанда башланып, 22 июлдә Ҡытайҙың Сиань ҡалаһында тамамлана. Ярыштың маршруты Рәсәй, Ҡаҙағстан һәм Ҡытай биләмәһен үҙ эсенә ала. Уның оҙонлоғо — 9608 километр, шуның 4089 километры — махсус участкалар. Уҙышсыларға бөтәһе 14 этапты үтергә кәрәк.
Ралли-марафон Мәскәү, Чебоксар, Өфө, Кустанай, Астана, Семей, Урджар, Карамай, Урумчи, Хами, Дуньхуан, Цзяюйгуань, Алашань-Юци, Чжунвэй һәм Сиань ҡалалары аша үтә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика