03:58 (UTC+5), 28 Июня 2017

Ҡапҡасы-ҡотҡарыусы Александр Беленов «Өфө»нө һаҡларға ҡала

Дмитрий Слезин
Дмитрий Слезин
ӨФӨ, 2017 йыл, 28 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. «Өфө» футбол клубы ҡапҡасы Александр Беленов менән оҙаҡ ваҡытҡа хеҙмәт килешеүен төҙөнө, тип хәбәр итә Өфө командаһының матбуғат хеҙмәте.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған миҙгелдең яҙғы өлөшөндә Өфө клубы Беленовты Махачкаланың «Анжи» клубынан алып торҙо.
2016/2017 миҙгелдә Беленов РФПЛ чемпионатының 27 матчында ҡатнашты, уларҙа 28 тапҡыр туп үткәрҙе һәм 11 тапҡыр «нолгә» отто.
«Өфө» составында ҡапҡасыны бер нисә ҡабат Рәсәй йыйылмаһына саҡырҙылар һәм киң мәғлүмәт саралары версияһы буйынса турҙың символиклы йыйылмаларына инде.
Конфедерациялар кубогында Рәсәй йыйылмаһына Александр саҡырылманы, Станислав Черчесов Игорь Акинфеевты, Маринат Гильермды һәм Владимир Габуловты өҫтөн һананы. Һуңғы икәүһе запаста ултырҙы, ә йыйылма португулдарға һәм мексикандарға еңелеп, төркөмдән ары сыҡманы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика