08:47 (UTC+5), 27 Июнь 2017

«Өфө» футбол клубы киберфутболсыһы Роберт Фәхретдинов Рәсәй кубогын отто

«Өфө» футбол клубы
«Өфө» футбол клубы
Дмитрий Слезин
ӨФӨ, 2017 йыл, 27 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Мәскәүҙә иң ҙур киберфутбол турниры – 150 мең һумлыҡ бүләк фонды менән FIFA дисциплинаһында Рәсәй кубогы үтте.
«Өфө» футбол клубы вәкиле Роберт Фәхретдинов ошо трофейҙы отто.
Дәрәжәле бүләк өсөн 170 ҡатнашыусы көрәште, улар араһында илебеҙҙең иң яҡшы киберфутболсылары булды.
Роберт Фәхретдинов бөтә матчтарҙа еңеү яулап, турнирҙың төркөм этабын ышаныслы үтте. Плей-офф серияһында Өфө егете «Спартак-Мәскәү» футбол клубы вәкиле Сергей Никифоров менән осрашты һәм уны ла еңеп сыҡты.
Финалда Өфө дербиһы уҙҙы – Роберт Фәхретдиновты турнирҙың бөтә стадияларын еңелеүһеҙ үткән яҡташы Дәүләт Сәғитов көттө. Сәғитовҡа ҡаршы өс ныҡышмалы алышта Фәхретдинов үҙенең юғары класын раҫланы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика