04:30 (UTC+5), 21 Июня 2017

Башҡортостандың йәш шахматсылары «Аҡ ладья» финалында донъяның иң көслө оҫталары менән алышты

Дмитрий Слезин
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2017 йыл, 21 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Сочи ҡалаһында белем биреү ойошмалары командалары араһында шахмат буйынса «Аҡ ладья» бөтә Рәсәй асыҡ ярышының финал этабы уҙҙы. Быйыл турнирҙа Рәсәйҙең 80 төбәгенән һәм Израилдән, Ҡытайҙан, Монголиянан, Англиянан, Һиндостандан, Румыниянан, Словакиянан һәм башҡа сит илдәрҙән 97 команда ҡатнашты. Туймазы ҡалаһының 4-се урта дөйөм белем биреү командаһы ярыштың өсөнсө этабында еңеүсе булды. Тәжрибә етмәүгә ҡарамаҫтан, Туймазы командаһы көслө ярышташтары менән лайыҡлы алышты. Д.Ғафаров, туғыҙҙан 6,5 мәрәй йыйып һәм 96 ҡатнашыусы араһында 16-сы урын алып, бик яҡшы һөҙөмтә күрһәтте. Г.Евстафьевтың ни бары 10 йәштә булыуын һәм донъяның иң көслө шахматсылары менән уйнарға тура килеүен иҫәпкә алғанда, туғыҙҙан биш мәрәй – яҡшы һөҙөмтә.
Башҡортостандың йәш шахматсылары еңеү яуламаһа ла, Сочиға барыуҙары файҙалы булды – улар үҙ оҫталығын арттырҙы, ҙур ярыштарҙа ҡатнашыу тәжрибәһенә эйә булды. Шулай уҡ легендар Борис Постовский менән аралаштылар. Уның етәкселегендә 1994-2000 йылдарҙа Рәсәй йыйылмаһы дүрт шахмат Олимпиадаһын еңде, тип хәбәр иттеләр Туймазы районы хакимиәтендә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика