02:55 (UTC+5), 20 Июнь 2017

Өфөнән йәш шахматсы Рәсәй кубогы этабында иң яҡшыһы булды

БР Шахмат федерацияһы
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2017 йыл, 20 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.Туғыҙ йәшлек Өфө шахматсыһы Ләйлә Табермакова бик яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәште. Республика спортының күтәрелеп килгән «йондоҙсоғо» Орскиҙа үткән Рәсәй кубогы этабында беренсе урын яуланы. Ул һигеҙ тапҡыр еңеп һәм бер тапҡыр тиң иҫәпкә уйнап, ошондай һөҙөмтә менән иҫ киткес һәм көтөлмәгән еңеүгә лайыҡ булды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы Шахмат федерацияһында.
Табермакова Рәсәйҙең 20 төбәгенән көслө ярышташтарын уҙып китә алды. Һөҙөмтәлә Ләйлә кубоктың «алтын» миҙалын яулап ҡына ҡалманы, Ырымбур өлкәһенең «Урал ышанысы» асыҡ беренселегендә иң көслөһө булды.
«Республика шахматында тағы ла бер йәш һәм перспективалы спортсы барлыҡҡа килде тип әйтергә мөмкин. Билдәле бер шарттар буйынса, беҙ Костромала Рәсәй чемпионатында бик үк яҡшы сығыш яһаманыҡ, унан тура Орск ҡалаһына кубок этабына юл тоттоҡ. Бында иһә Ләйлә үҙенең иң яҡшы сифаттарын күрһәтә алды. Табермакова Өфөнөң 119-сы мәктәбендә уҡый, электән үҙенең шахмат ҡаҙаныштары менән билдәле. Был, һис шикһеҙ, тәрбиләнеүсемә иң яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтергә ярҙам итте», — тип һөйләне йәш чемпиондың тренеры Татьяна Хрусталева.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика