07:55 (UTC+5), 19 Июня 2017

Өфөнән йәш спортсылар Литваға Халыҡ-ара балалар уйындарына бара

Өфө хакимиәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 19 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Өфөнән 51-се Халыҡ-ара балалар уйындарына 13 уҡыусы бара. Йәш спортсыларҙың ярыштары 4-9 июлдә Литваның Каунас ҡалаһында уҙа. Уйындарҙа бөтәһе донъяның 100 ҡалаһынан спортсыларҙың ҡатнашыуы көтөлә. Программала еңел атлетика, елкәнле спорт, дзюдо, йөҙөү, өҫтәл теннисы, баскетбол, пляж волейболы һәм футбол ҡаралған. Өфөләр шуларҙың өсәүһендә: еңел атлетикала, дзюдола һәм баскетболда ҡатнаша, тип хәбәр иттеләр ҡала хакимиәтендә.
Ошо көндәрҙә Литва уҡыусылары Өфөләге тиҫтерҙәренә видеосәләмләү ебәрҙе.
«Һеҙҙе Каунас ҡалаһында Халыҡ-ара балалар уйындарында күреүебеҙгә шат буласаҡбыҙ. Беҙҙең Александр Сергеевич Пушкин исемендәге гимназия ҡалабыҙҙа берҙән-бер рус телле мәктәп. Беҙ һеҙҙең өсөн көйәсәкбеҙ һәм уңыштар теләйбеҙ!», — тиелә хәбәрҙә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылда Халыҡ-ара балалар уйындарын Башҡортостандың баш ҡалаһы ҡабул итәсәк. Шулай итеп, Өфө ҡышҡы һәм йәйге Уйындар уҙғарылған берҙән-бер ҡала буласаҡ (2013 йылда Өфөлә ҡышҡы Халыҡ-ара балалар уйындары үткәйне).
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика