Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.78
0
98.03
0
85.88
-1.32
11+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
9 Июнь 2017, 16:08

Өфөнән Тамерлан Әхмәров — Лоола илдең шашка беренселегендә абсолют еңеүсе

ӨФӨ, 2017 йыл, 9 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Сочи янындағы Лоо ҡасабаһында 14 йәшкә тиклемге малайҙар һәм ҡыҙҙар араһында халыҡ-ара шашка буйынса Рәсәй беренселеге тамамланды.
Илдең иң яҡшы йәш шашкасылары смотры өс программала (классика, блиц һәм рапид), өс йәш төркөмөндә уҙҙы.
Бөтәһе 18 комплект миҙал уйнатылды. Шулай уҡ халыҡ-ара старттарҙа ҡатнашыу өсөн милли йәштәр йыйылмаһы билдәләнде.
Ярыштарҙа Рәсәйҙең 15-тән ашыу төбәгенән, шул иҫәптән Башҡортостандан 250 самаһы бала ҡатнашты. Республикабыҙ исеменән Өфөнән, Яңауылдан һәм Ишембайҙан 27 спортсы сығыш яһаны.
Өфөнән Тамерлан Әхмәров, өс тапҡыр алтын миҙал яулап, беренселектең абсолют еңеүсеһе тип иғлан ителде. Яҡташыбыҙ Кристина Сидорова 9 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында икенсе булды. Ишембайҙан Ярослава Ватолина — 11 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында өсөнсө.
Миҙалдарҙан тыш, 11 һәм 14 йәшкә тиклемге йәш төркөмдәрендә призерҙар йәштәр араһында континенталь һәм донъя беренселектәрендә Рәсәй исеменән сығыш яһау хоҡуғын алды.
Читайте нас: