07:28 (UTC+5), 07 Июнь 2017

Төбәктә ГТО нормаларын предприятие етәкселәре, мәктәп директорҙары тапшыра

Туймазы районы хакимиәте
Туймазы районы хакимиәте
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2017 йыл, 7 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Башҡортостан ҡала-райондарында ГТО нормаларын тапшырыу буйынса фестивалдәр ойошторола. Туймазы ҡалаһындағы «Спартак» стадионында предприятие етәкселәре һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр ГТО нормаларын тапшырҙы, үҙҙәренең физик әҙерлеген һәм сыҙамлығын һынап ҡараны. Һынауҙар иҫәбендә йүгереү, оҙонлоҡҡа һикереү, «граната» ырғытыу, кәүҙәне күтәреү, йөҙөү, пневматик мылтыҡтан атыу булды. «3-сө төҙөлөш фирмаһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль директоры Илфир Минибаев, 2-се балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Тимур Ғәлләмов нормативтарҙы тапшырғанда бик яҡшы күрһәткестәргә эйә булды. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында муниципалитеттың иҡтисад бүлеге етәксеһе Зөлфирә Хәбибрахмановаға тиң кеше булманы. Ул йыл дауамында үҙен яҡшы формала тота, эштән буш ваҡытта йөҙөү һәм йүгереү менән шөғөлләнә, тип хәбәр иттеләр Туймазы районы хакимиәтендә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика