05:26 (UTC+5), 07 Июня 2017

Белореттар классик көрәш буйынса республика беренселегендә команда турнирында еңде

Дмитрий Слезин
ӨФӨ, 2017 йыл, 7 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Белоретта грек-рим көрәше буйынса Башҡортостан Республикаһы беренселеге уҙҙы. Турнирҙа 2001-2002 йылдарҙа тыуған Белорет, Өфө, Стәрлетамаҡ, Күмертау, Октябрьский, шулай уҡ Магнитогорск ҡалаларының йөҙләгән көрәшсеһе ҡатнашты. Спортсылар 15 ауырлыҡ категорияһында көс һынашты
Башҡортостан спорт көрәше буйынса Белорет һәм Өфө спорт мәктәптәре тәрбиәләнеүселәре араһында иң мауыҡтырғы алыш булды. Турнир хужалары дөйөм зачетта бер алтын миҙалға өҫтөнлөк менән еңеү яуланы. Улар составында 2016 йылғы Рәсәй беренселеге еңеүсеһе Сәид-Хөсәйен Бакаев һәм Волга буйы федераль округы беренселеге призеры Владислав Пантелеев сығыш яһаны.
Призерҙарҙың өсөнсө баҫҡысын Стәрлетамаҡ ҡалаһы командаһы биләй.
Был турнир йыл һайын уҙғарыла һәм 2016-2017 йылғы миҙгелде йомғаҡлау сараһы булып тора. Төрлө йылдарҙа унда спорт мастерҙары Степан Коробов, Александр Машкин, Владимир Бикбаев еңеүсе булды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика