08:59 (UTC+5), 05 Июня 2017

Рәсәй йыйылмаһында өфөләр футзал буйынса донъя чемпионатында «бронза» яуланы

Футзал буйынса Рәсәй йыйылмаһы
Футзал буйынса Рәсәй йыйылмаһы
Дмитрий Слезин
ӨФӨ, 2017 йыл, 5 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Италияның Кальяри ҡалаһында насар күреүселәр (В2 һәм В3 төркөмдәре) араһында футзал буйынса донъя чемпионаты тамамланды. Өсөнсө урын өсөн матчта Рәсәй һәм Испания йыйылмалары осрашты.
Ошо командалар араһында төркөм этабында рәсәйҙәр еңеү яуланы – 5:3.
Быныһында Рәсәй йыйылмаһы ҡапҡаһында төп ҡапҡасы – «Старт-Альтаир» (Өфө районы, Жуков ауылы) голкиперы Эдуард Бакиев Англия уйынсыларының йәрәхәтләүе арҡаһында ярымфиналда булманы.
Икенсе ҡапҡасы, шулай уҡ Башҡортостан спортсыһы Тимур Ғәҙелшин пенальтиҙар серияһындағы бронза матчында батырлыҡ күрһәтте.
Төп ваҡытта рәсәйҙәр Никита Леоновтың тупты уңышлы тибеүенән иҫәпте асты. Әммә тәүге таймдың һуңында Испания спортсылары ике тапҡыр Ғәҙелшиндың ҡапҡаһын тар-мар итте – 1:2.
Икенсе тайм башында Төньяҡ Осетиянан Өфө педагогия колледжы студенты Ацамаз Вәлиев иҫәпте тигеҙләне – 2:2.
Матчтан һуңғы пенальтиҙар серияһында рәсәйҙәр уңышлыраҡ булды, ә ҡапҡасы Тимур Ғәҙелшин испандарҙың беренсе һәм икенсе һөжүмен кире ҡайтарҙы – 3:1 – Рәсәй йыйылмаһы еңеү яуланы.
Рәсәйҙәрҙең баш тренеры, Өфөнән Юрий Әхмәров команданы бронза наградаларға алып килде.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика