04:20 (UTC+5), 25 Мая 2017

Республиканың йәш шахматсылары Рәсәй йәштәр йыйылмаһына инде

Олег Яровиков
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2017 йыл, 25 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостандың йәш шахматсылары Рәсәй йәштәр йыйылмаһына инде. Улар илебеҙҙән Европа һәм донъя чемпионаттарында сығыш яһаясаҡ.
Көслө спортсылар иҫәбендә – Өфөнән 14 йәшлек Юлиә Григорьева һәм Октябрьский ҡалаһынан 16 йәшлек Артур Ғәйфуллин. Ике спортсы ла «Толпар» интеллектуаль спорт төрҙәре клубына йөрөй, тип хәбәр иттеләр баш ҡала хакимиәтендә.
Юлиә һәм Артур илебеҙ йыйылмаһына тиккә генә эләкмәне, улар Рәсәй йәштәр беренселегендә һәм Кубогында яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. Шахматсыларҙы уҡыу-күнекмә йыйындары, һуңынан Европа һәм донъя кимәлендәге һайлау турнирҙарында ҡатнашыу көтә.
«Республиканың ике йәш вәкиле лә Рәсәйҙең көслө спортсылары иҫәбенә инде. Был йәнә бер тапҡыр Башҡортостанда талантлы шахмат йәштәре үҫеүен дәлилләй», — тип иҫәпләй Башҡортостандың Шахмат федерацияһы рәйесе Филүс Ишбулатов.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика