08:15 (UTC+5), 25 Май 2017

Рәсәй Президенты Владимир Путин Өфөнөң спорт өлкәһе хеҙмәткәрҙәрен бүләкләне

Дмитрий Слезин
ӨФӨ, 2017 йыл, 25 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Рәсәй Президенты Владимир Путин илебеҙҙең спорт өлкәһе эшмәкәрҙәрен бүләкләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Башҡортостандан ике кеше дәүләт наградаһына лайыҡ булды.
Өфө ҡалаһының Фехтование буйынса олимпия резервы спорт мәктәбе директоры Лира Грушина 2016 йылда Рио-де-Жанейрола уҙған Олимпия уйындарында юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән спортсыларҙы уңышлы әҙерләгәне өсөн II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы менән бүләкләнде.
Грек-рим көрәше һәм милли көрәш буйынса балалар-үҫмерҙәр олимпия резервы спорт мәктәбе тренеры-уҡытыусыһы Йәлил Йосопов күп йылдар буйына намыҫлы эшләгәне өсөн «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре» исеме менән баһаланды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика