10:09 (UTC+5), 23 Мая 2017

23 майҙа баш ҡалала ҡаяға үрләү буйынса Рәсәй ярыштары башлана

Әлфиә Әғлиуллина
ӨФӨ, 2017 йыл, 23 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Бөгөн, 23 майҙа, Өфөлә боулдеринг буйынса Рәсәй чемпионаты һәм ҡатмарлыҡтарҙы үтеп тиҙлеккә ҡаяға үрләү буйынса бөтә Рәсәй ярыштары башлана. Ярыштарҙа 26 төбәк спортсылары ҡатнаша.
Турнирҙар илдең асыҡ һауалағы иң ҙур скаладромында – «Күлтау»ҙа (Зорге урамы, 63/3) үтәсәк.
23 майҙа ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр «ҡатмарлыҡ» буйынса бүленә. Көндөҙгө 2-се яртыла тантаналы асыу сараһы башлана.
24 майҙа «ҡатмарлыҡ» буйынса ярыштар дауам итә, 25 майҙа – «тиҙлек» өҫтәлә, 26-27 майҙа — боулдеринг.
Боулдеринг (инглиз телендәге bouldering һүҙенән — ҙур таштар буйлап үрләүҙе аңлата) – ул айырым ҡаяға үрләү төрө, уның нигеҙендә айырым техниканы талап иткән юғары булмаған ҡатмарлы трассаларҙы үтеү тора. Ҡағиҙә булараҡ, боулдеринг трассаларының бейеклеге 4-5 метрҙан артмай. Боулдерингта берҙән-бер һаҡланыу сараһы – crach pads тип аталған махсус матрастар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика