13:03 (UTC+5), 18 Май 2017

Өфө йәнә «Ебәк юлы-2017» халыҡ-ара ралли маршрутына индерелде

Артур Басиров
Артур Басиров
ӨФӨ, 2017 йыл, 18 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Быйыл «Ебәк юлы» халыҡ-ара раллиһы этабы сираттағы тапҡыр Өфө ҡатнашлығында үтә. Башҡортостандың баш ҡалаһына ҡатнашыусылар 9 июлдә килеп етә — был Рәсәй биләмәһендәге һуңғы участок. Спортсылар уны маршруттың өсөнсө этабы барышында үтә, тип хәбәр ителә ралли-рейдтың рәсми сайтында.
Өфө — Кустанай этабының оҙонлоғо 876,75 саҡрым тәшкил итә.
«Ебәк юлы-2017» раллиһы 7 июлдә Мәскәүҙең Ҡыҙыл майҙанынан башлана һәм 22 июлдә Ҡытайҙың Сиань ҡалаһында тамамлана. Уҙыштың маршруты Рәсәй, Ҡаҙағстан һәм Ҡытай биләмәләрен үҙ эсенә ала. Уның оҙонлоғо — 9608 километр, шуның 4089-ы — махсус участкалар. Уҙышсыларға бөтәһе 14 этапты үтергә кәрәк.
Ралли-марафон Мәскәү, Чебоксар, Өфө, Кустанай, Астана, Семей, Урджар, Карамай, Урумчи, Хами, Дуньхуан, Цзяюйгуань, Алашань-Юци, Чжунвэй һәм Сиань ҡалалары аша уҙа.
Яңы уҙыштың проекты Рәсәй, Ҡытай, Ҡаҙағстан һәм Франция профессионалдары командаһының берлектәге тырышлығы һөҙөмтәһе булды. Раллиҙың дирекцияһын билдәле автоуҙышсы Владимир Чагин етәкләй. Был ҡатнашыусыларҙы ралли-рейд дисциплинаһының иң юғары стандарттары буйынса ойошторолған ҡыҙыҡлы мажара көтә тигән һүҙ.
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика