Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.01
-0.12
98.72
+0.01
89.29
+0.18
22+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
18 Май 2017, 08:27

Башҡортостан спортсыһы кикбоксинг буйынса Рәсәйҙең абсолют чемпионы булды

Башҡортостан юлдаш телевилениеһы
Башҡортостан юлдаш телевилениеһы
ӨФӨ, 2017 йыл, 18 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Башҡортостан спортсыһы Азамат Мусин кикбоксинг буйынса Рәсәйҙең абсолют чемпионы булды. Сибай ҡалаһының «Шоңҡар» клубы тәрбиәләнеүсеһе үҙенең чемпионлыҡ титулын дүртенсе тапҡыр иҫбатланы. 67 килограмға тиклем ауырлыҡта финал алышында ул Волгоград өлкәһенән көрәштәше Дмитрий Луняченконы еңде.
«Ярышташтар бөтәһе лә көслө, ни тиһәң дә Рәсәй чемпионаты бит. Минең ауырлыҡ категорияһында 18 кеше булды. Барыһы ла яҡшы килеп сыҡты, һөҙөмтә менән ҡәнәғәтмен. Был сараға оҙаҡ әҙерләндем, күп эш башҡарҙым», — тип һөйләне Башҡортостан юлдаш телевидениеһына интервьюла Азамат Мусин.
9-12 майҙа Калининградта лоу-кик менән фулл-контакт бүлегендә кикбоксинг буйынса Рәсәй чемпионаты һәм беренселеге уҙҙы. Халыҡ-ара турнирҙарҙа ҡатнашыуға милли командаға һайлау өсөн ойошторолған илебеҙҙең төп ярыштарына Рәсәйҙең 40 төбәгенән 332 көрәшсе йыйылды.
Автор:Әлфиә Әғлиуллина
Читайте нас: