Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.29
+0.04
99.56
+0.2
88.14
-0.32
18+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
18 Май 2017, 17:11

Башҡортостан дәүләт хеҙмәткәрҙәре Спартакидаһының шашка турнирында республика Хөкүмәте Аппараты командаһы еңеү яуланы

ӨФӨ, 2017 йыл, 18 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Өфөлә «Башнефть» йәмғиәтенең һөнәри шашка клубында Башҡортостан Хөкүмәте Аппараты кубогына дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр араһында шашка турниры уҙҙы. 13 спорт төрөн үҙ эсенә алған комплекслы ярыштарҙа Башҡортостан Хөкүмәте аппараты, Өфө хакимиәте, республика Башлығы Хакимиәте, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы Секретариаты, «Төньяҡ» (Өфөнөң Орджоникидзе, Калинин, Октябрь райондары хакимиәттәре), «Көньяҡ» (баш ҡаланың Совет, Киров, Ленин, Дим райондары хакимиәттәре) командалары ҡатнашты.
Башҡортостан Хөкүмәте Аппараты командаһы ете мәрәй менән беренсе урын яуланы. «Төньяҡ» — икенсе, республика Башлығы Хакимиәте командаһы өсөнсө булды.
Римма Сәйетханова һәм Илдар Мөсәғитов турнирҙа иң яҡшы шашкасы тип танылды. Уларҙың һәммәһе лә Башҡортостан Хөкүмәте Аппараты командаһынан.
Теги:шашка
Читайте нас: