03:56 (UTC+5), 16 Мая 2017

Республика көрәшсеһе Грузияла йәштәр араһында грек-рим көрәше буйынса Халыҡ-ара турнирҙа еңеү яуланы

Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы сайтынан
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2017 йыл, 16 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостан көрәшсеһе Ислам Опиев Грузияла йәштәр араһында грек-рим көрәше буйынса Халыҡ-ара турнирҙа еңеү яуланы. Батуми ҡалаһында уҙған турнирҙа донъяның туғыҙ иле: Рәсәй, Германия, Иран, Израиль, Төркиә, Украина, Әрмәнстан, Грузия һәм Азербайжан вәкилдәре ҡатнашты.
74 килограмлыҡ ауырлыҡ категорияһында республиканан Ислам Опиев беренсе урын яуланы. Грузия, Әрмәнстан һәм Иран спортсылары уның көрәштәштәре булды. Финалда Опиев Рәсәйҙең ғәмәлдәге чемпионы Нарек Оганян менән осрашты һәм ышаныслы еңеү яуланы, тип аңлаттылар Башҡортостандың Спорт көрәше федерацияһында.
Башҡортостан йыйылмаһының баш тренеры Рәмил Сираев һүҙҙәренсә, ошо турнирҙағы алтын Ислам Опиевҡа быйыл Германияла һәм Финляндияла уҙасаҡ Европа һәм донъя чемпионаттарында сығыш яһауға дәғүә итеү мөмкинлеге бирәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика