Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
24+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
15 Май 2017, 10:19
Йәш башҡорт боксерҙары Ырымбурҙа яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәште
www.mmpsrb.ru
ӨФӨ, 2017 йыл, 15 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Ырымбурҙа 17-18 йәштәге юниорҙар араһында бокс буйынса Рәсәй беренселеге уҙҙы.
Ярыштарҙа ун ауырлыҡ категорияһында 200-ҙән ашыу йәш боксер ҡатнашты. Башҡортостандан Максим Зайцев, Данис Ғабдрафиҡов, Искәндәр Басимов, Александр Сорокин һәм Никита Авдеев сығыш яһаны.
52 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында Максим Зайцев Рәсәй беренселегенең чемпионы булды, ә Данис Ғабдрафиҡов 69 килограмға тиклем категорияла «бронза» яуланы.
Автор:
Дмитрий Слезин
Теги:
бокс
рәсәй беренселеге
Читайте нас: