Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.37
+0.49
91.77
+0.65
68.99
-0.22
21+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
15 Май 2017, 14:29
Баш ҡалабыҙ ҡаяға үрмәләү буйынса Бөтә Рәсәй ярыштарын ҡабул итә
ӨФӨ, 2017 йыл, 15 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. 23-27 майҙа Өфөлә боулдеринг буйынса Рәсәй чемпионаты, тиҙлектә һәм ауырлыҡта бөтә Рәсәй ярыштары уҙғарыла. Ярыштарҙа 26 төбәктән спортсылар ҡатнаша.
Турнирҙар илдең иң ҙур скалодромы «Күл-Тау»ҙа асыҡ һауала ойошторола. Адресы: Зорге урамы, 63/3.
23 майҙа ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр «ауырлыҡта» көс һынаша, ярыштар көндөҙгө сәғәт 2-се яртыла башлана, шул уҡ ваҡытта сараны асыу тантанаһы була.
24 майҙа «ауырлыҡта» ярыштар дауам итә, 25-дә — «тиҙлек», 26-27 майҙа — боулдеринг.
Теги:
ҡаяға үрмәләү спорты
Читайте нас: