12:00 (UTC+5), 10 Мая 2017

Республика көрәшселәре Рәсәйҙең йәйге чемпионатына юллама отто

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 10 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Ошо көндәрҙә Түбәнге Новгород өлкәһендә грек-рим көрәше буйынса Волга буйы федераль округы чемпионаты тамамланды. Ярыштарҙа округтағы 120-гә яҡын көслө спортсы ҡатнашты. Улар һигеҙ ауырлыҡ категорияһында көс һынашты: 59, 66, 71, 75, 80, 85, 98 һәм 130 килограмм. Категорияларҙың һәр береһендә Рәсәй чемпионаты финалына өсәр юллама уйнатылды.
Башҡорт флагының төҫтәрен ете спортсы, шул иҫәптән Рәсәй чемпионы һәм Донъя кубогы еңеүсеһе Азамат Бикбаев яҡланы. Шуларҙың бишәүһе генә уңышлы сығыш яһаны.
Белореттан Азамат Бикбаев иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтте. Ул 85 килограмлыҡ ауырлыҡ категорияһында икенсе урынды алды. Ошо уҡ ауырлыҡта уның яҡташы Степан Коробов бронза миҙалға лайыҡ булды.
Шулай уҡ Нохчо Лабазанов (130 килограмм), Азат Садиҡов (66) һәм Магомед Дудушев (59) бронза миҙалдар яуланы.
15-17 июндә спортсыларыбыҙ Владимир ҡалаһында Рәсәй чемпионатында сығыш яһай.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика