12:40 (UTC+5), 02 Мая 2017

Йәш «Салауат Юлаев-2007» Сергей Михалёв мемориалында еңеүгә лайыҡ булды

www.mmpsrb.ru
www.mmpsrb.ru
ӨФӨ, 2017 йыл, 2 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Тольяттиҙа Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Сергей Михалёв иҫтәлегенә халыҡ-ара хоккей турниры уҙҙы. Унда 2007 йылғы уйынсыларҙан торған һигеҙ команда ҡатнашты.
«Салауат Юлаев-2007» «Барыҫ» (Астана), «Динамо» (Ҡазан), «Русь» (Мәскәү), «СКА-Стрельна» (Санкт-Петербург), «Трактор» (Силәбе), «Янтарная Звезда» (Калининград) һәм «Лада» (Тольятти) кеүек командаларға ҡаршы уйнаны.
Силәбеләр һәм боҙ хужалары менән алыштарҙа ғына өфөләр бер аҙ ҡаршылыҡҡа осраны, ҡалған уйындарҙа ҙур иҫәп менән еңеү яуланы.
«Салауат Юлаев-2007» бер мәрәйен дә юғалтмайынса чемпион булды. Икенсе урында — «Трактор», өсөнсөлә — «Динамо» командаһы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика