08:59 (UTC+5), 27 Апрель 2017

«Салауат Юлаев-2006» хоккейсылары – халыҡ-ара «Газпром нефть кубогы»ның көмөш призерҙары

Дмитрий Слезин
Дмитрий Слезин
Дмитрий Слезин
ӨФӨ, 2017 йыл, 27 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Омскиҙа 2006 йылғы балалар командалары араһында хоккей буйынса XI «Газпром нефть кубогы» халыҡ-ара хоккей турниры тамамланды. Суперфиналда Көнсығыш зонаһы еңеүсеһе – Өфөнөң «Салауат Юлаев» уйынсылары һәм «Көнбайыш» чемпиондары – Мәскәүҙең ЦСКА-һы осрашты.
Өфөнөң Михаил Потапов һәм Андрей Яханов етәкселегендәге хоккейсылары турнир уҙғарыу ваҡытында Өфө мәктәбенең иң яҡшы һөҙөмтәләрен күрһәтте. Финал уйынында өфөләргә осраҡтарҙы тамамлауҙа оҫталыҡ етмәне. Ә бына ЦСКА малайҙары һәр осор аҙағында мөмкинлектәрен файҙаланды – 3:0.
Мәскәүҙәр өсөнсө тапҡыр «Газпром нефть кубогы»н яуланы. Өфөләр – быйылғы бәйгенең көмөш призерҙары.
«Салауат Юлаев-2006» командаһында Суперфиналда иң яҡшы уйынсылар – ҡапҡасы Альберт Мөхәмәтшин, һаҡсы Руслан Зиннуров һәм һөжүм итеүсе Александр Шэн. Һуңғыһы ошо Кубокта алты шайба индереп, команданың иң яҡшы һөжүм итеүсеһе булды, әммә Суперфиналда айырыла алманы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика