09:46 (UTC+5), 25 Апрель 2017

«Салауат Юлаев – 2006» командаһы «Газпром нефть кубогы»ның көнсығыш финалында «Автомобилист»ы ҡыйратты

Дмитрий Слезин
Дмитрий Слезин
Дмитрий Слезин
ӨФӨ, 2017 йыл, 25 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Омскиҙа «Газпром нефть кубогы – 2017» халыҡ-ара балалар хоккейы турнирында «Көнсығыш» конференцияның финалы тамамланды.
Өфөнөң Михаил Потапов һәм Андрей Яханов етәкселегендәге 2006 йылғы «Салауат Юлаев» командаһы еңеүҙәрен дауам итте. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, финалға табай юлда өфөләр «Металлург» (Магнитогорск), «Аҡ Барыс» (Ҡазан) һәм Көнсығыш конференцияһында уйын хужалары — Омскиҙың «Авангард»ы кеүек көслө хоккей мәктәптәрен еңде.
Хәл иткес алышта өфө егеттәре Континенталь хоккей лигаһында Омск өлкәһенең төп командаһы уйнаған «Омск-Арена»ла Екатеринбургтың «Автомобилис»ын ҡыйратты.
Был турнирҙа иң көслө сығыш яһаусы Өфө егете Александр Шэн уйынды башлап ебәрҙе. Уның күк һыҙаттан ебәргән шайбаһы алтынсы минутта «Автомобилист» ҡапҡасыһының артына «парашют» булып төштө – 1:0. Әммә шатлыҡтан өфөләр ярышташының алға килеүен күрмәй ҡалды һәм Лев Волженков рикошетһыҙ шунда уҡ иҫәпте тигеҙләне – 1:1.
Әммә Өфө егеттәре үҙҙәрен ваҡытында ҡулға алып артабан һөжөм итә башланы.
Платон Горохов үҙе генә шайба индерҙе – 2:1. Осор аҙағында екатеринбургсылар юғалып ҡалды һәм ике тапҡыр ҡағиҙәне боҙҙо. «Бишкә өс»тө Иван Чаругин оҫта файҙаланды – 3:1.
Икенсе осорҙа Екатеринбург уйынсылары иҫәп буйынса өҫтөнлөктә ине, әммә үҙҙәре ҡағиҙә боҙҙо, «дүрткә дүрт» форматында Шэн сәпкә тейҙе – 4:1.
«Автомобилист» ҡапҡасыһын алмаштырҙы, тик ул «бер ҡосаҡ» шайбаны үткәрҙе. Георгий Сухарев, Роман Киреев һәм Ярослав Стеценко иҫәпте өс мәрәйгә арттырҙы – 7:1.
Уйындың һуңғы 15-се минутында Никита Ҡасимов ҡыйратыуҙы дауам итте – 8:1. Әммә оҙаҡламай боҙҙан Александр Шэнды алып киттеләр – тик тупаҫлыҡ менән ярышташтары уны туҡтата алды. Уйын аҙағына тиклем иҫәп үҙгәрмәне, ҡапҡасы Альберт Мөхәмәтшин ҡаты торҙо – Өфө командаһының иҫ киткес еңеүе – 8:1.
Суперфиналда өфөләр «Газпром нефть кубогы» Көнбайыш конференцияһының еңеүсеһе менән осрашасаҡ.
Хәл иткес уйын 26 апрелдә «Омск-Арена»һында уҙа.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика