15:53 (UTC+5), 24 Апрель 2017

«Салауат Юлаев – 2006», хужаларҙы еңеп, «Газпром нефть кубогы»ның көнсығыш финалына үтте

Дмитрий Слезин
Дмитрий Слезин
ӨФӨ, 2017 йыл, 24 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Омскиҙа 2006 йылғы балалар командалары араһында хоккей буйынса XI «Газпром нефть кубогы»ның «Көнсығыш» ярымфинал уйындары тамамланды.
Уларҙың береһендә Өфөнөң Михаил Потапов һәм Андрей Яханов етәкселегендәге «Салауат Юлаев» командаһы Көнсығыш конференцияһында уйын хужалары – Омскиҙың «Авангард»ы менән бәйгелә еңеү яуланы. Һөҙөмтәлә иҫәп Өфө командаһы файҙаһына 5:2 булды.
«Салауат»тарға уйын еңел бирелмәне. Беренсе тәнәфескә улар 0:2 иҫәбе менән отолдо. Шулай ҙа сисенеү бүлмәһендә кәрәкле һүҙҙәрҙе ишеткәс, өфөләр рәхәтләнеп уйнай башланы.
Өсөнсө осорҙа 2:2 иҫәбендә күпселектә шайба индерҙеләр – 3:2. Һуңынан Омск уйынсылары күпселектә булды, әммә Александр Шэн аҙсылыҡта уйындың иҫәбен үҙгәртте – 4:2. Һуңғы минуттарҙа ла өфөләр дүртәүләп уйнаны, «Авангард» ҡапҡа һаҡсыһын алды. Бишенсе шайба Омск командаһы ҡапҡаһына сиренаға хәтлем бер нисә секунд ҡалғас барып инде – 5:2.
Өфө мәктәбенең был һөҙөмтәһе – «Газпром нефть кубогы» тарихында иң яҡшыһы.
Икенсе Көнсығыш ярымфиналында Екатеринбургтың «Автомобилис»ы Төмәндең «Рубин»ы менән алышта 6:3 иҫәбе менән еңеп сыҡты. Шулай итеп, «Көнсығыш» финалында «Салауат Юлаев» менән «Автомобилист» осраша. Хәл иткес матч 24 апрелдә «Арена-Омск»иҙа Мәскәү ваҡыты менән көндөҙгө сәғәт 3-тә башлана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика