05:49 (UTC+5), 18 Апрель 2017

Республиканың тхэквондо оҫталары Ҡазандан 75 миҙал алып ҡайтты

Дмитрий Слезин
ӨФӨ, 2017 йыл, 18 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Ҡазанда тхэквондо буйынса Рәсәй чемпионаты һәм беренселеге, Рәсәй Тхэквондо ассоциацияһының төҫлө билбауҙар фестивале уҙҙы.
Ярыштарҙа Рәсәйҙең 32 төбәгенән меңдән ашыу спортсы ҡатнашты.
Башҡортостан Республикаһының Бөтә стилдәге Тхэквондо федерацияһы йыйылма командаһына XXIV Асыҡ чемпионат һәм Башҡортостан беренселеге, XXV Асыҡ республика кубогы еңеүселәре һәм призерҙары инде.
Спортсылар өс көн дауамында спарринг, спарринг поинт-стоп, формаль комплекстар, ҡаты предметтарҙы ярыу, команда спаррингтары һәм формаль комплекстар дисциплиналары буйынса көс һынашты.
Башҡортостан спортсылары 75 миҙал (31 алтын, 25 көмөш һәм 19 бронза) яуланы.
Бынан тыш, беҙҙең файтерҙар 10-11 йәштәгеләр араһында формаль комплекстар һәм спарринг буйынса буйынса дөйөм команда зачетында 1-се урын алды.
Бигерәк тә ике дисциплинала еңеү яулаған спортсылар Яна Балашова (Ҡырмыҫҡалы), Георгий Осинцев (Өфө), Ильвина Исламова (Шаран), Анастасия Колокольчикова (Өфө), Алһыу Тағарифуллина (Нефтекама) айырылып торҙо.
Рәсәй Тхэквондо ассоциацияһы етәксеһе Дамир Хәлилов республика федерацияһы етәксеһе Фәғит Латиповты Башҡортостан Республикаһында тхэквондоны үҫтереүҙә әүҙем эшмәкәрлеге өсөн Рәхмәт хаты менән бүләкләне.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика