10:46 (UTC+5), 14 Апреля 2017

Шорт-трек менән шөғөлләнеү өсөн махсус стадион Өфөлә 2018 йылдың аҙағында файҙаланыуға тапшырыла

Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2017 йыл, 14 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфөлә «Төҙөүсе» стадионында спорт комплексын төҙөү буйынса эштәр бара.
Тура эфир барышында Башҡортостан Башлығы билдәләүенсә, был комплекстың дөйөм суммаһы – 1 миллиард 250 миллион һум.
«Боҙ аренаһы һәм ике мең кеше һыйҙырышлы трибунаны үҙ эсенә алған тәүге сиратты 2018 йылдың аҙағында тапшырабыҙ – ул шорт-трек буйынса махсуслаштырылған стадион буласаҡ. Ә икенсе сиратты – бассейн һәм еңел атлетика залын 2019-2020 йылдарҙа сафҡа индереү күҙаллана», — тине Рөстәм Хәмитов.
Салауат Юлаев проспектының икенсе сиратын төҙөү тураһында һөйләгәндә проект эшләнә генә әле, тип белдерҙе төбәк етәксеһе. Уның хаҡы – 10 миллиард һум.
«Финанслау күләмен күтәрә аласағыбыҙҙы аңлау менән ошо эште башлаясаҡбыҙ», — тине Рөстәм Хәмитов.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика