10:59 (UTC+5), 14 Апреля 2017

Республика рапирасылары Рәсәй чемпионатында «алтын» һәм «бронза» яуланы

Рәсәй Фехтование федерацияһы
Дмитрий Слезин
ӨФӨ, 2017 йыл, 14 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Арзамас ҡалаһында фехтование буйынса Рәсәй чемпионаты дауам итә. Ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында рапира буйынса команда турнирҙары уҙҙы.
Ир-егеттәр программаһында Башҡортостан рапирасылары алтын наградалар яуланы. Чемпиондар квартетында: Тимур Сафин, Тимур Арыҫланов, Роман Куц һәм Асҡар Хәмзин. Финалда мушкетёрҙарыбыҙ Мәскәү өлкәһе командаһын отто – 45:39.
Ә бына Башҡортостандың ҡатын-ҡыҙҙар йыйылмаһы буласаҡ чемпиондан – Татарстан дәғүәселәренән еңелде – 34:45.
Өсөнсө урын өсөн матчта Башҡортостандан дүрт ҡыҙ – Татьяна Голосеева, Аделина Заһиҙуллина, Элина Ибраһимова, Анастасия Иванова Мәскәүҙең беренсе йыйылмаһынан көслөрәк булды – 43:38.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика