06:18 (UTC+5), 10 Апреля 2017

Николай Красников - «Спорт» класлы ҡаргиҙәрҙә Рәсәйҙең иң яҡшы уҙышсыһы

Николай Ермоленко
ӨФӨ, 2017 йыл, 10 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Николай Ермоленко/. Боҙҙа мотоуҙыш буйынса 2017 йылғы Европа чемпионы, боҙҙағы спидвей буйынса донъяның иң билдәле спортсыһы, Өфөнән Николай Красников үҙенең наградалар коллекцияһын тағы ла бер спорт төрөндә – ҡаргиҙәрҙәге кроста тулыландырҙы. Ул икенсе тапҡыр Рәсәй Мотоуҙыш федерацияһы чемпионы булды – ил чемпионы «Спорт» класында ошо исемгә эйә.
Февралдә Әлмәт ҡалаһында башланған һәм апрель башында Яңы Уренгойҙа тамамланған дүрт этаплы ярышта Ғ. Ҡадиров исемендәге Техник спорт төрҙәре үҙәге уҙышсыһы ете ярыштың дүртәүһен еңеп, 166 мәрәй йыйҙы. Икенсе урын яулаусы Яңы Уренгойҙан Никита Богомолов чемпиондан 30 мәрәйгә ҡалыша. Бронза призер – Төмәндән Николай Грачев – Красниковты өс тапҡыр уҙған берҙән-бер ҡатнашыусы. Әммә ике этапта йәки дүрт уҙышта ҡатнашмағаны өсөн ул үҙ иҫәбенә 75 мәрәй генә яҙа алды.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ике йыл элек Николай Красников, ҡаргиҙәр спортында сығыш яһап, Рәсәй Мотоуҙыш федерацияһы чемпионы булды һәм Кубок яуланы. Үткән миҙгелде ул ҡалдырҙы, ә быйылғыһында боҙҙа мотоуҙыш буйынса Европа чемпионатында ҡатнашыу сәбәпле Кубокта ҡатнашманы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика