Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
24+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
10 Апрель 2017, 14:51
Өфө рапирасыһы Искәндәр Әхмәтов — донъя беренселегендә бронза призер
Рәсәйҙең Фехтование федерацияһы
ӨФӨ, 2017 йыл, 10 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Өфө спортсыһы Искәндәр Әхмәтов Рәсәй командаһы составында кадеттар араһында донъя беренселегендә бронза миҙал яуланы. Ярыштар Болгарияның Пловдив ҡалаһында бара.
Ярымфиналға табан юлда рапирасыларыбыҙ Сербия, Төркиә һәм Франция йыйылмаларын еңде, ярымфиналда иһә АҠШ командаһынан еңелде — 27:45.
Бронза миҙал өсөн уйында Рәсәй квартеты итальяндарҙы 45:34 иҫәбе менән еңде. Рәсәйҙәрҙе финалға сығармаған АҠШ командаһы чемпион исеменә лайыҡ булды.
Теги:
фехтование
рапира
донъя беренселеге
Читайте нас: