05:30 (UTC+5), 07 Апреля 2017

Башҡортостандың иң йәш самбосылары Октябрьскийҙа турнир уҙғара

Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2017 йыл, 7 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Йома, 7 апрелдә, Октябрьский ҡалаһының Спорт һарайында 2003-2004 йылдарҙа тыуған егеттәр һәм ҡыҙҙар араһында самбо буйынса Башҡортостан беренселеге башлана.
Ярыштарҙа Октябрьский, Өфө, Туймазы, Стәрлетамаҡ, Дәүләкән, Нефтекама, Межгорье, Белорет, Күмертау ҡалаларынан һәм Асҡын районынан 100-ҙән ашыу спортсы ҡатнаша.
Турнир асыу тантанаһында ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Октябрь Латыповтың, самбо буйынса ике тапҡыр донъя чемпионы Тимур Ғәлләмовтың, Башҡортостандың самбо федерацияһы президенты Рөстәм Мосабировтың, самбо буйынса республика йыйылмаһының өлкән тренеры Роберт Залеевтың һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтарҙың ҡатнашыуы көтөлә.
Ярыштар 9 апрелдә тамамлана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика