08:58 (UTC+5), 06 Апреля 2017

Өфөгә Волга буйы федераль округында I Асыҡ үҫмерҙәр һуғыш сәнғәте уйындарын уҙғарыу хоҡуғы ышанып тапшырылды

Олег Яровиков
Олег Яровиков
Дмитрий Слезин
ӨФӨ, 2017 йыл, 6 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. 2007 йылда Рәсәй Һуғыш сәнғәте союзы «Асыҡ бөтә Рәсәй үҫмерҙәр һуғыш сәнғәте уйындары» проектын эшләтеп ебәрҙе. Һуңынан ул балалар-үҫмерҙәр спорты өлкәһендә илдәге иң күмәге булараҡ гранттар алды. Уйындар 20 аккредитацияланған спорт төрҙәре буйынса йыл һайын Анапала уҙа и меңәрләгән ҡатнашыусыны йыя. Ошо проекттың ғәйәт ҙур танылғанлығын иҫәпкә алып, Рәсәй Һуғыш сәнғәте союзы Президиумы Рәсәй Федерацияһы Спорт министрлығы менән килешеп, федераль округтарҙа һайлап алыу турҙарын ойоштороу кәрәклеге хаҡында ҡарар сығарҙы.
Рәсәй Һуғыш сәнғәте союзының Башҡортостан буйынса филиалы ун йыл дауамында илдә иң яҡшыларҙың береһе тип танылды, шуға республикаға Волга буйы федераль округында I Асыҡ үҫмерҙәр һуғыш сәнғәте уйындарын уҙғарыу хоҡуғы ышанып тапшырылды
Шаршамбы, 5 апрелдә «Башинформ» агентлығында уҙған матбуғат конференцияһы ошо темаға арналды. Унда республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта, Рәсәй Һуғыш сәнғәте төрҙәре филиалының вице-президенты Александр Соснин, төбәктең төрлө бергә-бер көрәш Федерациялары вәкилдәре ҡатнашты.
15 майҙан 18-нә ҡәҙәр Өфөнөң Спорт һарайында Волга буйы федераль округында I Асыҡ үҫмерҙәр һуғыш сәнғәте уйындары үтә.
Матбуғат конференцияһында билдәләүҙәренсә, был республика өсөн ҙур хөрмәт һәм сараны юғары кимәлдә уҙғарырға кәрәк. Округтан һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән, шулай уҡ яҡындағы сит илдәрҙән ике меңдән ашыу ҡатнашыусының килеүе көтөлә. Ярыштар бер үк ваҡытта 10-12 майҙансыҡта үтәсәк.
I Асыҡ үҫмерҙәр һуғыш сәнғәте уйындары программаһында – семинарҙар һәм турнирҙар, күрһәтмәле сығыштар менән гала-программа буласаҡ.
Матбуғат конференцияһында һүҙ шулай уҡ март аҙағында Дәүләт Кремль һарайында уҙған «Алтын билбау» Рәсәй Һуғыш сәнғәте союзының XI Милли премияһын тапшырыу тантанаһы хаҡында барҙы. Унда Рәсәй Һуғыш сәнғәте союзының Башҡортостан Республикаһы буйынса филиалы ла бүләкләнде.
Андрей Иванюта филиалдың вице-президенты Александр Соснинды һәм спорт Федерацияларының конференцияла ҡатнашыусы барлыҡ етәкселәрен был уңыштары менән ҡотланы.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика