Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.44
0
99.73
0
90.21
-0.33
2+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
4 Апрель 2017, 13:40

Башҡортостан рапирасыһы Адэлина Бикбулатова — донъя чемпионы

ӨФӨ, 2017 йыл, 4 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Болгарияның Пловдив ҡалаһында кадеттар араһында фехтование буйынса донъя беренселеге бара.
Башҡортостандан 15 йәшлек рапирасы Адэлина Бикбулатова алтын миҙал яуланы.
Адэлина Австрия, Филиппин, Сингапур, Канаданан дәғүәселәрен еңде, ярымфиналда иһә Натали Минариктан (США) көслөрәк булып сыҡты — 15:12.
Финалда яҡташыбыҙ Венгрия спортсыһы Нора Хайашты еңде — 13:9.
Читайте нас: