06:58 (UTC+5), 30 Март 2017

Баш ҡалала Фидус Мусиндың көрәшселәр мемориалы призерҙары билдәле булды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 30 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Өфөләге «Динамо» спорт комплексында Чечен Республикаһында хәрби бурысын үтәгәндә геройҙарса һәләк булған һәм үлгәндән һуң ҡаһарманлығы өсөн Батырлыҡ ордены менән бүләкләнгән Фидус Мусин иҫтәлегенә ирекле көрәш буйынса Бөтә Рәсәй турниры уҙҙы.
Мемориалда 14 ауырлыҡ категорияһында 227 спортсы, Башҡортостандан һәм төрлө төбәктәрҙән 23 команда ҡатнашты.
Сараны ойоштороусылар булып Рәсәй Милли гвардия ғәскәрҙәре федераль хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы, Башҡортостан хәрби комиссариаты, Мәғариф министрлығы һәм башҡа ойошмалар ярҙамында республиканың Ирекле көрәш федерацияһы һәм Өфөнөң 14-се мәктәбе сығыш яһаны.
Башҡортостан көрәшселәренең күбеһе наградалар яуланы. Магомед Исхаҡов (23 килограмм, Өфө), Николай Дубровин (26 килограмм, Өфө), Тимофей Тимофеев (26 килограмм, Иглин районы), Никита Дубровин (29 килограмм, Өфө), Артур Тимершин (32 килограмм, Ҡырмыҫҡалы районы), Раил Борханов (32 килограмм, Тәтешле районы), Сергей Лунегов (35 килограмм, Өфө), Айназ Исламов (38 килограмм, Тәтешле районы), Эмиль Шәрипов (42 килограмм, Ҡырмыҫҡалы районы), Арсен Хисмәтуллин (46 килограмм, Ҡырмыҫҡалы районы), Салауат Шафиҡов, Ғәлиәскәр Хужин, Артем Урбан һәм Вадим Хотемлянский (бөтәһе лә — 50 килограмм, Өфө), Данил Левин һәм Бекхан Акунаев (икеһе лә — 55 килограмм, Өфө) көмөш призерҙар булды.
Ҡыҙҙар араһында Юлиә Шазиянова (56 килограмм, Өфө) чемпион исемен яуланы. Диана Миңлеғолова һәм Мәрйәм Әғләмова (икеһе лә — 30 килограмм, Өфө), Нурана Садыхова (38 килограмм, Өфө), Рената Шәймөхәмәтова (38 килограмм, Тәтешле районы), Дарья Левина (38 килограмм, Өфө) һәм Анна Коробова (Архангел районы) көмөш миҙалдар алды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика