09:03 (UTC+5), 29 Марта 2017

Башҡортостан спортсылары ҡатнаш һуғыш төрҙәре сәнғәте буйынса Волга буйы федераль округы беренселегенән миҙалдар менән ҡайтты

www.mmpsrb.ru
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 29 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Нижегород өлкәһенең Сергач ҡалаһында 16 йәштән алып 17 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр араһында ҡатнаш һуғыш төрҙәре сәнғәте буйынса Волга буйы федераль округы беренселеге тамамланды.
Башҡортостан йыйылмаһы дөйөм команда иҫәбендә икенсе урынды алды. Беренсе урында — Ырымбур өлкәһе командаһы, өсөнсөлә — турнир хужалары, Нижегород өлкәһе йыйылмаһы.
Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, төбәк исеменән Өфө, Бөрө, Стәрлетамаҡ спорт клубтары тәрбиәләнеүселәре сығыш яһаны. Башҡортостан спортсылары төрлө дәрәжәләге биш награда яуланы.
Кирилл Куликов (48 килограмға тиклем, Бөрө), Павел Петров (52 килограмға тиклем, Стәрлетамаҡ), Илнар Ҡолдәүләтов (65,8 килограмға тиклем, Стәрлетамаҡ) көмөш миҙалдарға лайыҡ булды.
Мөхәммәтйософ Йосопов (61,2 килограмға тиклем, Стәрлетамаҡ) һәм Илдар Вәлиев (84 килограмға тиклем, Өфө) бронза миҙалдар алды.
Турнирҙың көмөш призерҙары 8-10 сентябрҙә Псков өлкәһенең Великие Луки ҡалаһында үтәсәк Рәсәй беренселегендә ҡатнаша.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика