03:40 (UTC+5), 28 Марта 2017

Республика шашкасылары Ижевскиҙа Рәсәй беренселегендә Европа лицензияһын яуланы

БР Халыҡ-ара шашка федерацияһы
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2017 йыл, 28 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Удмуртияның баш ҡалаһы Ижевскиҙа уҙған үҫмерҙәр һәм йәштәр араһында халыҡ-ара шашка буйынса Европа һәм донъя беренселектәренә юлламаларҙы Рәсәй беренселегенә Башҡортостан вәкилдәре яуланы.
17 йәшкәсә (кадеттар) үҫмерҙәр араһында классик, тиҙ һәм үтә тиҙ йөрөшлө программаларҙа Өфөнән Даниил Ильин өс бронза миҙал яуланы. 13 йәшлек Даниил был спорт миҙгелендә мини-кадеттарҙан (14 йәшкәсә төркөмдә) күсте, 2016 йылда унда донъя беренселегендә еңде.
20 йәшкәсә ҡыҙҙарҙа донъя һәм Европа беренселегенә ике юллама: көмөш миҙал Өфөнән Кристина Осиповала, бронза – Ишембайҙан Агата Парахинала.
Башҡортостандан тағы ла өс шашкасы Рәсәй йыйылмаһына дәғүә итә. Өфөнән Марсель Шәрәфетдинов 20 йәшкәсә үҫмерҙәр араһында үтә тиҙ йөрөшлө программала еңде һәм тиҙ программала бронза яуланы. Баш ҡала ҡыҙы Айгизә Мөхәмәтйәнова 27 йәшкәсә ҡатын-ҡыҙҙар араһында тиҙ программала бөтәһен дә еңде. Ишембайҙан Екатерина Беллер үтә тиҙ программала 17 йәшкәсә ҡыҙҙар арыһында өсөнсө булды.
Команда зачетында Башҡортостан йыйылмаһы: Даниил Ильин, Артур Байгилдин һәм Екатерина Беллер блицта икенсе баҫҡысҡа күтәрелде.
Рәсәй беренселегендә Ижевскиҙа Башҡортостандан 12 спортсы ҡатнашты, улар 12 миҙал яуланы, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Халыҡ-ара шашка федерацияһының матбуғат хеҙмәтендә.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика