09:27 (UTC+5), 27 Марта 2017

Өфөнән Антон Бабиков биатлон буйынса Рәсәй чемпионатында өсөнсө булды

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 27 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Өфө спортсыһы Антон Бабиков биатлон буйынса Рәсәй чемпионатында эҙәрлекләү ярышында бронза миҙал яуланы. I Бөтә Рәсәй көслө спортсылар спартакиадаһы сиктәрендә ошо көндәрҙә Төмән өлкәһендә ил беренселеге бара.
Төмән биатлонсыһы Евгений Гараничев финишҡа тәүгеләрҙән булып килде. Көмөш миҙалды Семен Сучилов яуланы.
«Ослола рәттән өс ярыштан һәм ауыр күсенеүҙән һуң, спринтҡа әҙерләнеп өлгөрмәнем. Был, әлбиттә, атыуҙа ла сағылыш тапты. Үҙемдең хәлем яҡшы, ләкин саңғыларым ауырыраҡ барҙы. Семен Сучилов менән көрәшеүе ҡыйыныраҡ булырын аңлай инем. Шуға ҡарамаҫтан, мин ҡәнәғәтмен, ярышырға көсөм бар. Эҙәрлекләү ярыштары бигерәк тә ҡыҙыҡ. Спринтта мин идеаль түгелмен һәм эҙәрлекләүҙә тәүге позицияларҙан старт алам, шуға күрә һәр саҡ ҡыуып етергә тура килә», — тип спортсының һүҙҙәрен килтерә Рәсәй Биатлонсылар союзы сайты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика