08:41 (UTC+5), 24 Март 2017

2018 йылда Кореялағы ҡышҡы Олимпиадала традицион булмаған дауалау алымдары йәлеп ителәсәк

Олег Яровиков
Олег Яровиков
Дмитрий Слезин
ӨФӨ, 2017 йыл, 24 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. 2018 йылдың февралендә Көньяҡ Кореяның Пхенчхане ҡалаһында ХХIII ҡышҡы Олимпия уйындары уҙасаҡ. Спортсыларҙы, көйәрмәндәрҙе һәм башҡа бәйге ҡунаҡтарын медицина йәһәтенән тәьмин итеү сараны ойоштороусыларҙы борсоған төп мәсьәләләрҙең береһе булып тора.
Көньяҡ Кореяның медицина хеҙмәттәре ҡатнашыусыларҙы үҙҙәрендә булған барлыҡ ресурстарҙы ҡулланып, ғәҙәттәге «көнбайыш» алымдары менән бер рәттән традицион булмаған – «көнсығыш» ысылдуры менән тәьмин итергә әҙер, тип хәбәр итте кесе йома, 23 мартта, «Известия» гәзите.
Арҡа һөйәге һәм быуындар ауырыуҙарын дауалауҙа махсуслашҡан билдәле Часэн Корея медицина үҙәгенең эше был юҫыҡтан ярайһы уҡ роль башҡарасаҡ.
- Пхенчхане ҡалаһында Олимпия уйындары көндәрендә тәүлек әйләнәһенә көнсығыш медицина павильоны эшләйәсәк, унда беҙҙең үҙәк белгестәре дежурҙа буласаҡ, — тип аңлатты халыҡ-ара Часэн Корея медицина үҙәге клиникаһының баш табибы урынбаҫары, медицина фәндәре докторы, Team-Doctor (медицина комиссияһы) Корея ғилми спорт йәмғиәте ағзаһы Ким Ха Ныль. — Ошо эшкә күпме кеше йәлеп ителәсәгенә әлегә аныҡ ҡына планыбыҙ юҡ. Моғайын, һәр сменала икешәр-өсәр табип дежурҙа буласаҡ. Беҙҙең иҫәптәр буйынса, көнөнә яҡынса 100-шәр спортсыға хеҙмәт күрһәтеү өсөн был етәрлек буласаҡ. Алдағы, шул иҫәптән Сочиҙағы Олимпиада тәжрибәһен анализлау нигеҙенә таянып, яҡынса ошондай пациенттар ағымын көтәбеҙ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика