09:12 (UTC+5), 23 Март 2017

Төбәктең йәш фигуристары Татарстандан алтын миҙалдар менән ҡайтты

Учалы районы хакимиәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 23 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Татарстандың Зеленодольск ҡалаһында фигуралы шыуыу буйынса Асыҡ беренселек тамамланды. Ярыштарҙа илдең төрлө төбәктәренән 150-нән ашыу спортсы ҡатнашты. Башҡортостан исеменән Учалы ҡалаһының фигуралы шыуыу секцияһы тәрбиәләнеүселәре Аида Мөхәмәтова һәм Дарья Аллаярова сығыш яһаны. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса Учалы йондоҙсоҡтары юғары наградалар яуланы.
Алты йәшлек Дарья Аллаярова 14 миҙалға һәм ете кубокка эйә, Екатеринбург, Өфө, Ижевск, Яр Саллы ҡалаларында призлы урындар алған. Ҡыҙыҡай өс йәштә конькиға баҫҡан. Ярты йыл самаһынан һуң беренсе ярыштарҙа уҡ уңышлы сығыш яһай. Аида Мөхәмәтоваға һигеҙ йәш, дүрт йыл фигуралы шыуыу менән шөғөлләнә. Ошо ваҡыт эсендә йәш спортсы 13 миҙалға һәм ете кубокка лайыҡ булған, икенсе үҫмерҙәр разрядын үтәгән.
Алда һәләтле фигуристарҙы Силәбе өлкәһенең Троицк ҡалаһында һәм Сорғотта ярыштар көтә. Ҡыҙҙар «Таусы» боҙ аренаһында спорт мастеры Ксения Варникова етәкселегендәге фигуралы шыуыу секцияһында шөғөлләнә, тип хәбәр иттеләр Учалы районы хакимиәтендә.
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика