08:28 (UTC+5), 21 Марта 2017

Төбәктең йәш көрәшселәре грек-рим көрәше буйынса Волга буйы федераль округы беренселегендә һигеҙ миҙал яуланы

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 21 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Волга буйы федераль округындағы иң көслө көрәшселәр Октябрьскийға грек-рим көрәше буйынса округ беренселегенә йыйылды. Ярыштарҙа 2000-2001 йылғы үҫмерҙәр ҡатнашты.
Ил беренселегенә юлламалар өсөн Башҡортостандан, Татарстандан, Удмуртиянан, Түбәнге Новгородтан, Ульяновск өлкәһенән һәм Волга буйы федераль округының башҡа төбәктәренән 300-гә яҡын спортсы көс һынашты.
Республика исеменән 61 спортсы сығыш яһаны. Ләкин һигеҙ йәш спортсы ғына ил беренселегенә юллама отто. Арсанали Тонаев (85 килограмм) һәм Адлан Амриев (100 килограмм) алтын миҙал яуланы. Руслан Садиҡов (73 килограмм) һәм Владислав Пантелеев (120 килограмм) көмөш миҙал алды. Филимон Березовский (50 килограмм), Владислав Карасев (58 килограмм), Андрей Иванов (76 килограмм) һәм Никита Денисов (120 килограмм) өсөнсө урынға лайыҡ булды.
Волга буйы федераль округы беренселеге еңеүселәре Арсанали Тонаев һәм Адлан Амриев йәй көнө Дондағы Ростов ҡалаһында Рәсәй уҡыусылары спартакиадаһында ҡатнаша, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Башҡортостан Грек-рим көрәше федерацияһының матбуғат секретары Елена Ледяйкина.
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика