Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
24+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
21 Март 2017, 08:14
Өфөнән Тимур Сафин Америкала фехтование буйынса Донъя кубогында барыһын да еңде
www.rusfencing.ru
ӨФӨ, 2017 йыл, 21 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Өфө егете Тимур Сафин фехтование буйынса Донъя кубогында уңышлы сығыш яһаны.
Лонг-Бичта (АҠШ) Гран-при серияһының турнир финалында Рәсәй рапирасыһы юл хужаһы Александр Массиаласты отто – иҫәп 15:10.
Финалға табан юлда Сафин еңеүҙе Бөйөк Британия спортсыһы Джеймс-Эндрю Девистан тартып алды – 15:14, һуңынан ватандашы Артем Седовтан көслөрәк булып сыҡты – 15:8, чех Александр Шупеничты – 15:5, француз Эрван Ле Пешоны – 15:12 һәм итальян Джорджо Аволаны – 15:12 иҫәбе менән еңде.
Автор:
Дмитрий Слезин
Теги:
фехтование
донъя кубогы
рапира
Читайте нас: