11:29 (UTC+5), 17 Марта 2017

«Салауат Юлаев»тың йәш хоккейсыһы донъяла иң перспективалы тип танылды

«Комсомольская правда-Өфө» сайтынан
«Комсомольская правда-Өфө» сайтынан
ӨФӨ, 2017 йыл, 17 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. The Hockey News абруйлы спорт журналы донъяның иң перспективалы хоккейсылары рейтингын баҫтырып сығарҙы. Өфөнөң «Салауат Юлаев» клубынан 19 йәшлек Кирилл Капризов исемлектә беренсе урынды биләй, тип хәбәр итә «Комсомольская правда-Өфө» сайты.
Даими беренселек йомғаҡтары буйынса йәш уйынсы 23 шайба ташлап һәм 22 һөҙөмтәле пас биреп, 55 мәрәй йыйҙы. Ошо күрһәткес буйынса ул бөтә дәғүәселәрен уҙып китте һәм сит ил киң мәғлүмәт сараларының иғтибарын йәлеп итте. 2015 йылда Капризов «Миннесота Уайлд» клубы тарафынан 135-се номер аҫтында драфтың бишенсе раундында һайланды. «Салауат Юлаев» менән контракт 2018 йылдың йәйенә тиклем иҫәпләнгән.
Тәүге өсәү иҫәбенә Капризов менән бергә «Филадельфия Флаерс»тан Филипп Майерс һәм «Миннесота Уайлд»тан Джордан Гринвэй инде. «Салауат Юлаев» һөжүмсеһе — рейтингтың тәүге ун баҫҡысында Рәсәйҙән берҙән-бер вәкил.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика