03:57 (UTC+5), 16 Марта 2017

Төбәк полиция хеҙмәткәрҙәре – Санкт-Петербургта бокс буйынса Рәсәй Эске эштәр министрлығы чемпионаты еңеүселәре

Андрей Старостин
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2017 йыл, 16 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы йыйылмаһы Санкт-Петербургта уҙған Рәсәй Эске эштәр министрлығы системаһының территориаль органдары һәм белем биреү ойошмалары хеҙмәткәрҙәре араһында бокс буйынса чемпионатта икенсе урын яуланы. Беренсе урын – хужаларҙа, өсөнсө – Мәскәү полиция хеҙмәткәрҙәрендә.
Белем биреү учреждениелары араһында Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты ышаныслы еңеү яуланы, Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының Санкт-Петербург университеты – икенсе урында, В.Кикоть исемендәге Рәсәй Эске эштәр министрлығының Мәскәү университеты – өсөнсөлә.
Спорт форумын «Динамо» стадионы ҡабул итте, ярыштар хеҙмәт-ҡулланма спорт төрҙәре буйынса Рәсәй Эске эштәр министрлығы спартакиадаһы сиктәрендә уҙғарылды. Чемпионатта 55 төбәктән боксерҙар ҡатнашты, йәмғеһе 400-ҙән ашыу спортсы булды.
«Динамо» физкультура-спорт йәмғиәтенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, шәхси беренселектә Башҡортостан полиция хеҙмәткәрҙәре дүрт алтын миҙал яуланы. Рәсәй Эске эштәр министрлығы чемпиондары: 60 килограмға хәтлем ауырлыҡ категорияһында – Рәсәй Эске эштәр министрлығының Иглин районы буйынса бүлек водителе, полиция сержанты Артур Собханғолов; 64 килограмға тиклем – Рәсәй Эске эштәр министрлығының Салауат ҡалаһы буйынса бүлек водителе, кесе полиция сержанты Магомед Хәбриев; 91 килограмға ҡәҙәр – Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса патруль-һаҡ хеҙмәте идаралығы хеҙмәткәре, кесе полиция сержанты Василий Зверян; 91 килограмдан ауырыраҡ – Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса патруль-һаҡ хеҙмәте идаралығы хеҙмәткәре, полиция сержанты Ярослав Дороничев.
«Рәсәй Эске эштәр министрлығы чемпионатында был минең өсөнсө еңеүем, Эске эштәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса йыйылмаһы үҙ составында байтаҡ үҙгәрештәргә ҡарамаҫтан, команда зачетында икенсе тапҡыр финалсы булды, — тип һөйләне Артур Собханғолов. — Бынан тыш, клубташым Магомед Хәбриев тә чемпион булды, уның менән бер тренерҙа – Мария Карабановала шөғөлләнәбеҙ».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика