06:25 (UTC+5), 16 Марта 2017

Республиканың күреү буйынса инвалид спортсылары бөтә Рәсәй ярыштарында ете алтын миҙал яуланы

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 16 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Силәбелә күреү һәләте боҙолған спортсылар араһында еңел атлетика буйынса бөтә Рәсәй ярыштары уҙҙы. Ярыштарҙы ойоштороусылар — Рәсәйҙең Спорт министрлығы менән берлектә Һуҡырҙар спорты федерацияһы. Унда илдең 23 төбәгенән йөҙҙән ашыу еңел атлет ҡатнашты.
60, 200, 400, 800, 1500, 3000 метр арауыҡтарҙа, оҙонлоҡҡа, бейеклеккә, өсләтә һикереүҙә һәм йәҙрә ырғытыуҙа ныҡышмалы көрәш барҙы.
Башҡортостан йыйылмаһы составында тренер Юлиә Әхмәтдинова етәкселегендәге юниорҙар яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. Республика спортсылары һигеҙ миҙал — ете «алтын» һәм бер «бронза» яуланы.
Ярыштарҙы ойоштороусылар 2020 йылда Японияла үтәсәк Паралимпия уйындарында ҡатнашыу өсөн резерв ҡарауҙы маҡсат итеп ҡуйғайны.
«Халыҡ-ара паралимпия комитетында Рәсәй Паралимпия комитетының ағза булыуы туҡтатылыуға ҡарамаҫтан, мөмкинлектәре сикле спортсыларыбыҙҙы әҙерләү дауам итә», — тип билдәләне Рәсәй Паралимпия комитеты башҡарма комитеты ағзаһы, «Нур» спорт-реабилитациялау үҙәге директоры Геннадий Дементьев.
Ул шулай уҡ 10 мартта Германияның Бонн ҡалаһында Рәсәй Дәүләт Думаһы делегацияһының Халыҡ-ара паралимпия комитеты вәкилдәре менән осрашыуы үтеүе тураһында иҫкә төшөрҙө. Унда Рәсәй Паралимпия комитетының ошо ойошмала ағза булып тороуын тергеҙеү критерийҙары тикшерелде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика