09:41 (UTC+5), 15 Март 2017

Башҡортостандан өс мушкетер Сочиҙа наградалар яуланы

www.rusfencing.ru
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 15 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агшентлығы, Дмитрий Слезин/. Сочиҙа 23 йәшкә тиклемге спортсылар араһында фехтование буйынса Рәсәй беренселеге бара.
Ир-егеттәр араһында рапира буйынса шәхси турнирҙа Башҡортостан фехтовальщиктары өс миҙал яуланы. «Алтын»ды — Асҡар Хәмзин, «көмөш»тө — Марат Бакиров, «бронза»ны Искәндәр Әхмәтов алды.
Сирекфиналда Марат Бакиров Александр Пивоваровты (Мәскәү өлкәһе) еңде – 15:13. Асҡар Хәмзин Антон Захариковтан (Мәскәү өлкәһе) көслөрәк булып сыҡты — 15:11, ә Искәндәр Әхмәтов Никита Соколовты (Санкт-Петербург) 15:7 иҫәбе менән еңде.
Ярымфиналда Бакиров Мәскәү спортсыһы Иван Трошиндан еңеүҙе тартып алды — 15:14, Хәмзин иһә Әхмәтовты еңде — 15:12.
Финал Хәмзинға еңеү килтерҙе: Бакиров унан 10:15 иҫәбе менән еңелде.
Чемпион «Башинформ» агентлығы менән еңеү шатлығы менән уртаҡлашты: «Бик ҙур, шатлыҡлы хис-тойғолар кисерәм. Бер алышта ла еңелмәйенсә, барыһын да еңеүемә ҡыуанам. Юл бик ауыр булды. Сборҙа көнөнә ике тапҡыр шөғөлләндем. Марат менән һәйбәт алыш күрһәттек. Һөҙөмтәлә миңә уңыш йылмайҙы. Тренерҙарға, ата-әсәйемә һәм минең өсөн янып-көйгәндәргә, миңә ышанғандарға рәхмәт әйткем килә».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика