06:46 (UTC+5), 13 Март 2017

Республикала баскетболды иң яҡшы яҡтыртыусы журналистарҙың исемдәре асыҡланды

www.mmpsrb.ru
Дмитрий Слезин
ӨФӨ, 2017 йыл, 13 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Башҡортостанда сираттағы баскетбол тормошон иң яҡшы яҡтыртыу конкурсына йомғаҡ яһалды. Конкурсты Башҡортостан Республикаһы Баскетбол федерацияһы ойошторҙо һәм Башҡортостан Матбуғат һәм киң мәғлүмәт сараларары агентлығы, республиканың Журналистар союзы, шулай уҡ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы булышлығында уҙғарылды.
Еңеүселәр ике категорияла билдәләнде – матбуғат киң мәғлүмәт саралары («Репортаж», «Аналитик материал», «Интервью», «Темаға тоғролоҡ өсөн») һәм тележурналистика («Иң яҡшы оператор», «Иң яҡшы интервьюер», «Иң яҡшы хәбәр сюжеты» һәм «Стендап»).
Бәйгелә йәмғеһе 30-ҙан ашыу республика журналисы ҡатнашты.
Салауатта Башҡортостан Республикаһы «КЭС-БАСКЕТ» мәктәп баскетбол лигаһы чемпионатының финалы сиктәрендә еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы уҙасаҡ. Улар планшет компьютерҙар һәм дипломдар менән бүләкләнәсәк.
Конкурс һөҙөмтәләре түбәндәгесә:
Телевидение киң мәғлүмәт саралары:
«Иң яҡшы стендап» – Эвелина Степанова, «Бөтә Өфө» телекомпанияһы хәбәрсеһе (Өфө);
«Иң яҡшы интервью алыусы» – Олег Хәлиуллин, «Салауат» телекомпанияһының сығарылыш мөхәррире (Салауат);
«Иң яҡшы хәбәр сюжеты» – «ТВ БЛИК» телекомпанияһы (Благовещен);
«Иң яҡшы оператор» – «РИК-ТВ» телекомпанияһы (Бөрө).
Баҫма киң мәғлүмәт саралары:
«Иң яҡшы аналитик материал» – «Йондоҙ» ижтимағи-сәйәси гәзите (Ғафури районы);
«Иң яҡшы интервью алыусы» – Альбина Ишморатова, «Сибай эшсеһе» гәзите хәбәрсеһе (Сибай);
«Иң яҡшы репортаж» – Дмитрий Фадеев, «Баймаҡ хәбәрсеһе» гәзите хәбәрсеһе (Баймаҡ);
«Темаға тоғролоҡ өсөн» – Владислав Васильев, «Архангел хәбәрсеһе» гәзите хәбәрсеһе (Архангел районы).
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика