09:19 (UTC+5), 13 Март 2017

Республика парашютсылары — Австрияла донъя чемпиондары

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 13 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Австрияла парашют-тау саңғыһы ике төр ярышы буйынса 16-сы донъя чемпионаты үтте. Унда Австрия, Германия, Рәсәй, Чехия, Словения һәм башҡа илдәрҙән 70-кә яҡын иң яҡшы спортсы ҡатнашты.
Алексей Буренин, Антон Филиппов, Аяз Кәримов һәм Артур Бикмәтов составындағы (спортсыларҙың барыһы ла Башҡортостанда тыуып үҫкән) Рәсәй йыйылмаһының парашютсылар командаһы команда ике төр ярышында алтын миҙал яуланы. Алексей Бурениндың шәхси беренселектә лә еңеүе айырыуса шатлыҡлы булды. Хәҙер ул ошо ҡаҙаныш менән һигеҙ тапҡыр донъя чемпионы.
Аяз Кәримов шәхси зачетта бронза миҙал алды. Башҡортостан спортсылары Антон Филиппов, Артур Бикмәтов һәм Алексей Толкачев иң яҡшы спортсылар иҫәбенә инде.
Рәсәй йыйылмаһы ҡатын-ҡыҙҙары ла миҙалһыҙ ҡалманы. Башҡортостандан Екатерина Невская Ҡазан спортсыһы Анжелика Говорова менән бергә «команда ике төрө ярышы» дисциплинаһында сығыш яһаны һәм командаға бронза миҙал килтерҙе. Шәхси зачетта парашютсы иң көслө ун спортсы иҫәбенә инде. Екатерина Невская — етенсе урында.
Чемпионат йомғаҡтары буйынса Башҡортостан парашютсыһы Артур Бикмәтов тәүге тапҡыр донъя чемпионы исемен алды. Хәҙер республика — парашют спорты буйынса алты донъя чемпионының тыуған төйәге. Улар — Алексей Буренин, Ксения Трофимова, Аяз Кәримов, Антон Филиппов һәм Алексей Толкачев.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика