03:23 (UTC+5), 13 Март 2017

Айгөл Иҙрисова – Өфөлә халыҡ-ара шашка буйынса Донъя кубогы финалы еңеүсеһе

Андрей Старостин
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2017 йыл, 13 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. 12 мартта Өфөлә ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында халыҡ-ара шашка буйынса Донъя кубогының финалы тамамланды.
Ҡатын-ҡыҙҙар араһында еңеүсенең исеме билдәләнде – ул Өфөнән Айгөл Иҙрисова.
Ҡатын-ҡыҙҙар турниры лидерҙарының бөтә осрашыуҙары бер яҡтың дә еңмәүе менән тамамлағас, суперблиц һөҙөмтәләренә ҡарамаҫтан, турнир таблицаһының тәүге баҫҡысында Өфө шашкасыһы, Европа чемпионы Айгөл Иҙрисова ҡаласаҡ.
Ир-егеттәр араһында титул өсөн көрәштә ике уйынсы ҡалды – Алексей Чижов (Рәсәй) һәм Ян Грунендейк (Нидерланд). Чижов менән Самбо, Вальнерис менән Шәйбәков, Георгиев менән Бумстра араһында бер кемдең дә еңмәүе, Грунендейктың Амриллаевты еңеүенән һуң ошондай турнир хәле барлыҡҡа килде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика