04:53 (UTC+5), 10 Марта 2017

Өфөлә халыҡ-ара шашка буйынса Донъя кубогында Чижов һәм Чеснокова финалда лидерлыҡты һаҡлап ҡалды

Андрей Старостин
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2017 йыл, 10 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Кесе йома, 9 мартта, Өфөлә ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында халыҡ-ара шашка буйынса Донъя кубогының финалы дауам итте.
Ҡатын-ҡыҙҙар турнирының лидеры, иң йәш ҡатнашыусы Елена Чеснокова (Латвия) майҙансыҡ хужабикәһе Әлиә Әминеваны 5:0 иҫәбе менән еңеп, тәүге баҫҡыста ҡалды (24 мәрәй). 20 мәрәй менән Айгөл Иҙрисова икенсе килә. Өфө ҡыҙы шулай уҡ 5:0 иҫәбе менән Латвиянан 15 тапҡыр донъя чемпионы Зоя Голубеваны еңде. Өсөнсө – 19 мәрәй менән Наталия Садовска (Польша). Донъя чемпионы матур алышта Нидерландтан Виталия Думешты классик ваҡытты контролдә тотоу партияһында отто.
Турҙың һуңғы партияһы – турнир лидерҙары: 10 тапҡыр донъя чемпионы Алексей Чижов менән донъя чемпионы Рул Бумстраның осрашыуы. Улар һигеҙ партия – бер классик һәм ете суперблицта уйнаны. Тәжрибәлерәк чемпион Чижов 3:2 иҫәбе менән еңде, 20 мәрәй йыйҙы һәм турнирҙа берҙән-бер еңелеүһеҙ уйынсы булды.
Ян Грунендейк (Нидерланд) – 19 мәрәй менән икенсе, артабан 17 мәрәй менән уның яҡташы Рул Бумстра килә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика